Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Краснокамский район Республики Башкортостан

Быймаларын кем баҫҡан...

8 Февраля 2019
8
0

Ауыл кешеһенә ҡарлы-буранлы, ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә йылы ла, уңайлы һәм дә йомшаҡ быймаһыҙ булмай, ҡышҡы аяҡ кейеменең иң шәбе ул, минеңсә.

– Быйылғы сатлама һыуыҡ ҡышта бер ҡасан да быйма кеймәгән кешеләр ҙә беҙгә мөрәжәғәт итергә мәжбүр булды. Балалар быймаһы ла бик үтемле, шулай уҡ быйма баштарына (ҡата) ихтыяж күп. Аяҡ кейемен көҙгө йөндән генә баҫабыҙ, сеймалды район халҡынан йыйып алабыҙ. Килтереп тә бирәләр, йөн хаҡына ҡушып быйма алыусылар ҙа бар, — ти “Көнкүреш хеҙмәте” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Фәнис улы Нурисламов.

Краснокама районынын Николо-Березовка ауылында урынлашҡан быйма баҫыу цехында әле эштең ҡыҙыу осоро, халыҡтан заказ күпләп килә. Хатта күрше райондарҙан да мөрәжәғәт итәләр икән. Бина 1958 йылда сафҡа индерелгән, хеҙмәткәрҙәргә эшләү өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа булды­рыл­ған. 1958 йылғы йөн тетеү станогы бөгөн дә хеҙмәт итә, уны йәй ремонтлағандар. Тетелгән йөн артабан “Крокодил” тип аталған ҡоролмала махсус эшкәртелә, йыйыу цехында була­саҡ быйманың үлсәме махсус ҡалыптар ярҙамында билдәләнә. Бер үк үлсәүҙең дә төрлө ҡалыптары бар: аяҡтың йыуан йәки нәҙек булыуы иҫәпкә алып яһалған. Ҡайнар һыуҙа йыуылып, йөн ултырғас, уны махсус ҡоролма ярҙамында эшкәртеп киптерәләр. Бынан тыш, башҡа махсус ҡоролмалар ҙа ҡуйылған. Әйткәндәй, миҙгелле эш булғанлыҡтан, быймаға ихтыяж октябрь – март айҙарына тиклем генә була. Бөгөн бында 17 кеше эш менән мәшғүл, йәштәр ҙә ҙур ихласлыҡ менән боронғо аяҡ кейеме етештереүҙә тырышлыҡ һала.

Әйткәндәй, быйма ғына баҫмайҙар бында, халыҡҡа баш­ҡа хеҙмәт төрҙәре лә күрһәтелә. Һа­рыҡ йөнө ҡабул итәләр, йөндө таҙартып, тетеп тә бирә улар. “Көнкүреш хеҙмәте” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең быйма оҫталары быуындан быуынға тапшырылып килгән иң яҡшы йолаларҙы тергеҙеп, уны һаҡлап эшләй. Шуға ла тауарҙы сифаты, хаҡы һәм ныҡлы булғаны өсөн халыҡ яратып һатып ала.

Быйма баҫыу өсөн таҙа һарыҡ йөнө генә ҡулланыла, шуға күрә быймаларҙың фор­маһы яҡшы һаҡлана, ултырмай. Шунлыҡтан уларҙы экологик яҡтан таҙа продукция тип атарға мөмкин. Медицина белгестәре лә быйма­ларҙың кеше сәләмәтлегенә бик яҡшы йо­ғонто яһауын билдәләй. Һарыҡ йөнө дымды һурыу һәм парға әйләндереү, йылыны туплау һәләтенә эйә, шуға күрә ул һыуыҡ үтеп сирләгәндә, ревматизм, радикулиттан һәм башҡа быуын-мускул сирҙәренән йонсоғанда организмға ыңғай тәьҫир итә.

Быйма баҫыу цехында һатып алыусылар өсөн уңайлы күргәҙ­мә залы ойошторолған. Унда үҙеңә кәрәкле төҫтәгеһен, төрлө үлсәмдәгеһен, бөхтә итеп баҫыл­ған, аппликация һәм төрлө һүрәттәр менән биҙәлгән аяҡ кейемен табырға мөмкин.

Бөгөн йәмғиәт бер айҙа 300 пар быйма етештереп, ҡулла­ныу­сыларҙы ҡулдан баҫылған аяҡ кейеме менән тәьмин итә. Нефтекама ҡалаһында үҙҙәре­нең сауҙа нөктәһе эшләй. Балтас, Ҡалтасы, Борай, Тәтешле, Краснокама райондары халҡы ла сифатлы продукцияға өҫтөн­лөк бирә икән. Ошо уҡ райондар халҡынан йөн һатып алалар.

Йәмғиәт төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуларға ла өлгөргән. “Башҡортостандың иң яҡшы тауары” республика конкурсында, мәҫәлән, дипломға лайыҡ булғандар. “Йыл эшҡыуары-2018” бәйгеһендә лә йәмғиәт данын йыраҡтарға таратҡан.

— Шөкөр, беҙ етештергән тауарҙарға ихтыяж ҙур, сифаты, ныҡлығы күптәрҙе ылыҡтыра, — ти Рөстәм Нурисламов. — Республика, район етәкселеге лә ярҙамынан өҙмәй, һәр яҡлап яҡлау булғас, эшкә дәрт ташып тора, күңел дә күтәренке.

Пресс-служба республиканской общественно-политической газеты "Башҡортостан"

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
  • Быймаларын кем баҫҡан...
  • Быймаларын кем баҫҡан...
  • Быймаларын кем баҫҡан...